АШҠАҘАН-ЭСӘК юлдарын таҙартып алырға теләгегеҙ булһа, ошо салатты эшләп ашағыҙ!  Был салат "Щетка" тип атала, исеме есеменә тура килә, щётка кеүек ашҡаҙан эсәкте таҙарта!  ⠀Кемгә ярамай!!! ❌ Кем ашҡаҙан биҙе һәм үт ҡыуығы ауырыуы менән яфалана. ❌ Кемдең гастрит, язва. ❌ Шулай уҡ операциянан һуң ярамай. Был салат өсөн үҙебеҙ үҫтергән кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә кәрәк була. ☘️Сей кишер менән сөгөлдөрҙө терканан үткәреп; ☘️Кәбеҫтәне турап, (мөмкин блендерҙан да үткәрергә, ул ваҡытта һутлыраҡ була) ☘️Бөтәһен бергә бер табаҡҡа һалып, ☘️самалап тоҙ, ☘️зәйтүн майы йә нерафинированный көньбағыш майы, ☘️тыква орлоҡтарын һибеп көн дә киске ашҡа ашаһағыҙ, ашҡаҙан-эсәк юлдары таҙарып, токсиндар сығарып, аш һеңдереү процессын көйләр; Эсегеҙ йомшарып (кем запор менән яфалана, был салат һеҙҙең өсөн) йөҙөгөҙҙәге, аяҡ-ҡулдарҙағы шеш (отек)китер. Ашҡаҙан-эсәктәге микрофлора үҙгәреп, Ҡандағы холестерин кимәле түбәнәйер. Эсәктәрҙең перистальтикаһы көсәйер (волнообразное сокращение стенок тонкой, затем толстой кишки) Сәләмәт булайыҡ!