#һаулыҡтабайлыҡ 70 йәште үткән шул тиклем теремек , шәп апай бар беҙҙең ауылда. Бер нисә йыл элек, мин уның нисек шулай йәштәр кеүек ырғыта баҫып йөрөүенең сәбәбен һорағайным. - Яҙ еткәс , һары һыу ҡуҙғала тигәндәре дөрөҫ бит ул, йә аяҡтар ауырта , йә билдән тота. Шунлыҡтан ошо ваҡытта , үләндәрҙе дөрөҫ йыйып ҡулланып ҡалығыҙ , аяҡ аҫтында ятҡан үләндәрҙең дә файҙаһы бик ҙур бит, шуға күрә 7 төрлө шифалы үлән йыйып ултырығыҙ ! - тип кәңәш бирҙе. Бик иғтибар менән уның кәңәштәрен тыңлап, ул әйткәнсә эшләнек , ысынлап та файҙаһы бар икән ! Ҡыш буйы тубыҡтан ыҙалап сыҡҡайным, сәнсеп һыҙлай ине, үләнгә ултырғас, ҡул менән һыпырып ташлағандай булды, тфу-тфу, күҙ теймәһен ! Хәҙер инде бер нисә йыл инде яҙҙы , үләндәр менән дауаланыу осорон түҙемһеҙлек менән көтөп алам . Һеҙҙең иғтибарға ла яҙып үтәйем әле , бәлки кемгәлер кәрәге тейер. Яҙ етеп , көндәр йылынғас та , май аҙағында йә июнь башында урманға барып ( был ваҡыт үләндәрҙең иң шифалы ваҡыты була) уҫаҡ япрағы, ҡайын япрағы йыябыҙ. Шулай уҡ юл япрағы , дегәнәк япрағы , йәш кесерткән кәрәк буласаҡ. Хуш еҫле ҡарағат япрағы, мәтрүшкә лә өҫтәргә була , һис тә зыяны булмаҫ. Иғтибар !!! Һыҙланыуҙарҙан ярҙам итеүсе, иң файҙалыһы уҫаҡ япрағы икәнен онотмағыҙ , шуға мөмкин тиклем уны күберәк йыйырға кәңәш ителә. Беҙ алып ҡайтҡас уҡ мунса яғып, 200 литрлыҡ бакка алып ҡайтҡандарҙы ауҙарып, мунсанан эҫе һыу ҡоябыҙ . Ул шулай ултырып бығырға тейеш, башын ҡаплап ҡуйырға кәрәк . Шунан инде һыуы йылымыс булғас, инеп ултырырға була. Беҙҙең һауыт ҙур булғас , мин муйынға тиклем төшөп ултырам. Тәү ултырғанда, 15 -20 минуттан артыҡ ултырырға тырышмағыҙ. Сөнки артыҡ ултырһаң , йөрәктең хәле бөтә. Хәлегеҙгә ҡарап инде, кемдең юғары ҡан баҫымы, йөрәге ауырта , врачтар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына мөмкиндер ул. Сыҡҡас, тиҙ генә сайынып, ҡайтып йылы юрған аҫтына ятырға кәрәк. Аҙаҡ инде, хәл кергәс , баллап сәй эсергә була. 3 тапҡыр ултырһаң етә. Шуға икенсе көнө тағы мунса яғып, бактан һыуҙы алып , кире йылытып тағы ултырырға була. Йыбанмаһағыҙ , тағы өр - яңынан йыйып алып килеп , эшләргә була. Бөтә кешенең дә улай ҙур һауыты булмаҫҡа мөмкин бит. Шулай уҡ кемгәлер һыуға ултырырға ярамай . Ундайҙарға йыйған үләндәрҙе йылы мунсала эләүкәгә ҙур полиэтилен тоҡтоң эсенә һалып ҡуйырға кәрәк. Шунда ятып бығырға тейеш. Шунан йылынғас , эсенә инеп ятырға була . Эффекты шул уҡ буласаҡ. Бында оҙағыраҡ ваҡытҡа ла ятырға була. Тик сыҡҡас, иғтибарлы булығыҙ, талпан йәбешеүе бар. Үләнгә ултырғандан һуң , ныҡ тирләтә ,бер аҙналай ныҡ һаҡланыр кәрәк, һыуыҡ тейҙерергә ярамай !!! Шулай, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртайыҡ, барыбыҙ ҙа һау булайыҡ. Һаулыҡтың үҙ ҡулыбыҙҙа икәнен онотмайыҡ ! Был кәңәштәр кемгәлер ярҙам итһә, бик шат булыр инем. (Сәфинә Ҡусҡарова)