БӨРЙӘН ҠАЯЛАРЫ ЫҢҒЫРАША, ҠАРАҒАЙҘАЙ УЛДАР АУҒАНДА... Төн уртаһы.Ауыл , ҡала йоҡлай, Тәмле генә итеп, төш күреп. Йомоштары булған машиналар Һирәк кенә үтә, үкереп. Төн уртаһы. Йоҡлай алмай әсә, Йота - йота ята йәштәрен; Ҡайғы ятты уның иңдәренә, Салдар баҫты ҡара сәстәрен. ... Ул да бик бәхетле ҡатын ине, Тормош ҡорҙо. Үҫте улдары. Атай нигеҙенән айырҙылар, Үҫеп еткәс, тормош юлдары. Һис кем уйламаны һуғыш уты Тоҡаныр, тип, ошо заманда, Ватан һуғышының шаңдауҙары Ишетелә ине һаман да. Ҡәһәр генә һуҡһын был һуғышты, Күпме ергә ҡайғы еткерә; 200 - лө "ауыр" табуттарҙы Иптәштәре өйгә килтерә. Бөрйән ҡаялары ыңғыраша Ҡарағайҙай улдар ауғанда, Ҡарурмандар шаулай, ҡайғыларҙан Ямғыр булып, йәштәр яуғанда. - Көн - төн ҡабатлаған доғаларҙы Ишетмәнеңме ни, әй, Аллам! Тере килеш көткән инем дә бит, Табуттарҙа ҡайттың һин, балам! Берәү, икәү... һаман арта бара Бөрйәнемә килгән ҡорбандар. Һуңғы төйәктәрҙе аҡ ҡар ҡаплай, Тыуған ерҙең ҡары - юрғандай. Илай Әсә. Өмөт осҡондары Күңел төптәрендә ярала. Башҡа балаҡайҙар һау булһындар, Ишет, ишет мине, әй, Алла! ... Төн уртаһы.Ауыл, ҡала йоҡлай. Йоҡо алмаҫ Әсә күҙҙәрен. Ирендәре мәңге шыбырларҙар, Улым, балаҡайым, һүҙҙәрен. Флүрә Маликова